Башҡортостанда ҡар һәм боҙлауыҡ арҡаһында бер нисә трасса ябылды
Ҡар яуып, буран сығыуға һәм боҙлауыҡ сәбәпле, бер нисә трассала транспорт хәрәкәте сикләнде. Иртәнге һигеҙҙән Бөрө-Таҫтүбә-Һатҡы, Өфө-Бөрө-Яңауыл, Бәләбәй-Николаевка-Туймазы-Баҡалы, Аксенов-Аксаков-Бәләбәй юлдары ябылды. Һуңғараҡ Өфө-Инйәр-Белорет, Стәрлетамаҡ-Белорет-Магнитогорск трассаһында ла транспорт хәрәкәте сикләнде. Еңел автомобиль водителдәренә оҙон юлға сығыуҙан тотҡарланып торорға кәңәш ителә. Ғәҙәттән тыш хәл осрағында 112 һандарына һәм «Приуралье» юл идаралығының 8-917-046-79-53, «Башкиравтодорҙың» 8-927-950-59-59 һәм республиканың юл хужалығы идаралығының 8-927-955-11-00 телефонына шылтыратырға мөмкин. Юлдарҙың асылыуы тураһында алдан хәбәр ителәсәк.
Название:
Башҡортостанда ҡар һәм боҙлауыҡ арҡаһында бер нисә трасса ябылды
Категория:
Новости и СМИ