Өй - хәүефһеҙ урынмы?
Хәүефһеҙ йорт- имен бала, тыныс күңел. Балаларыбыҙ өсөн хәүефһеҙ мөхит булдырабыҙ. Был һәр ата-әсәнең маҡсаты. Электр ҡоролмалары, эҫе сәйнүк, асыҡ тәҙрә- өлкәндәр өсөн ғәҙәти әйберҙәр, ә бала өсөн – хәүеф сығанағы булыуы ихтимал. Өйөбөҙҙәге иң ҙур хәүеф ҡайҙа йәшенә? Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса баш идаралығы матбуғат хеҙмәткәре Ленария Ямалетдинова Башҡортостан Юлдаш телевидениеһының «Бәхет иле» тапшырыуында балалар хәүефһеҙлеге тураһындағы әңгәмәлә ҡатнашты.
Название:
Өй - хәүефһеҙ урынмы?
Категория:
Новости и СМИ